10 декабрь, Шәмбе

18 октябрь 2010 йыл, 17:30

Президент ҡала һәм райондарҙа һыуҙы экономиялау режимын индерергә тәҡдим итте

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтенә йылғаларҙа һыу кимәленең ҡырҡа кәмеү эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса программа әҙерләргә ҡушты.

Хөкүмәттә ҡуйылған мәсьәләләрҙе хәл итәсәк эшсе төркөм төҙөлдө. Атап әйткәндә, Рөстәм Хәмитов ҡала һәм райондарҙы һыу менән тәьмин итеү өсөн өҫтәмә скважиналар төҙөүҙе туҡтатып торорға һәм һыуҙы экономиялау режимын индерергә ҡушты.

Һыу менән тәьмин итеү хәле Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Күмертау, Ишембай ҡалаларында һәм бер нисә ауыл районында айырым иғтибар талап итә. Һыуҙың иң түбән кимәле 2011 йылдың февралендә көтөлә. Йылғаларҙа һыу кимәле кәмеү һөҙөмтәһендә, атап әйткәндә, тораҡ пункттарының йәшәйеш объекттарының туҡталыу ҡурҡынысы янауы ихтимал, тип хәбәр итә төбәк башлығы матбуғат хеҙмәте.

темалар: бр президенты