Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Спикерға һәм премьерға юғары пенсияны кире ҡағыу тураһында закон проекты индерелә

Сәйәсәт

БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Виктор Сандаков (КПРФ фракцияһы) республика парламентына спикерға һәм БР Хөкүмәте Премьер-министрына юғары пенсияны кире ҡағыу тураһында закон проектын индерергә йыйына.

Билдәле булыуынса, 2010 йылдың июлендә республика парламенты Башҡортостан Республикаһында юғары дәүләт вазифалары биләүсе кешеләрҙе юғары пенсия менән тәьмин итеүҙе ҡараусы һәм уларҙың социаль гарантияларын аныҡлаусы «Башҡортостан Республикаһының айырым закон сығарыу акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында» закон ҡабул иткәйне.

—Башҡортостандың экс-президенты юғары пенсия алды, был – уның шул тиклем яуаплы вазифала күп йыллыҡ эшмәкәрлеген баһалау, — тине Виктор Сандаков. — Минеңсә, «Рәсәй Федерацияһының дәүләт хеҙмәте системаһы тураһында» ғәмәлдәге Федераль закон дәүләт хеҙмәткәрҙәренә (шул иҫәптән иң юғары рангылағындарға ла) лайыҡлы пенсия һәм етерлек социаль гарантиялар бирә. Иҡтисади көрсөк шарттарында дәүләт чиновниктарына юғары пенсиялар халыҡта яҡлау табыуы икеле.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть