7 декабрь, Шаршамбы

18 октябрь 2010 йыл, 16:20

Өс көндә республикала миллиондан ашыу кеше иҫәпкә алынды

автор: Ғәлиә Нәбиева

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың тәүге өс көнөндә Башҡортостанда 1242668 кеше иҫәпкә алынды. Был республика халҡының 30,7 проценты. Бындай мәғлүмәттәрҙе Хөкүмәт Йортондағы эш кәңәшмәһендә вице-премьер, БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе, республикала Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса комиссия рәйесе Илшат Тажитдинов килтерҙе.  

Халыҡ иҫәбен алыу йылдам старт алды. Статистиктар быны халыҡтың әүҙемлеге, илебеҙ тормошонда был ҙур, мөһим ваҡиғаның әһәмиәтен аңлау һәм халҡыбыҙҙың гражданлыҡ позицияһы менән бәйләй. Көҙгө һауа бик урамға тартмай, шуға күрә республика халҡының күбеһе был көндәрҙә өйҙә торҙо.  

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 14 октябрҙә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу-2010 башланды. Ул 12 көн барасаҡ һәм бер аҙнанан, 25 октябрҙә тамамланасаҡ. Иҫәп алыусылар һәр беребеҙҙе Рәсәй тарихына индереү өсөн республикалағы һәр йортҡа килергә тейеш.