4 декабрь, Йәкшәмбе

18 октябрь 2010 йыл, 15:30

Башҡортостандың ике архитекторы «Кентавр»ға лайыҡ булды

автор: Ғәлиә Нәбиева

БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Урал Ураҡсин менән Өфөнөң баш архитекторы Рәмзит Маскулов Рәсәйҙең төп архитектура наградаһын –  «Кентавр» алды. Наградалар Мәскәүҙә «Төҙөлөш-2010» XVIII Халыҡ-ара фестивалендә тапшырылды.

Был почетлы билдә менән Рәсәйҙә биш йылдан ашыу ҡаланың баш архитекторы вазифаһын башҡарыусылар наградлана. Наградланыусылар иҫәбендә бөтәһе 7 кеше.

БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, махсус архитектура наградаһын булдырыу идеяһы 2003 йылда тыуа. Ике йылдан һуң «Кентавр» наградаһы тураһында положение әҙерләнә, ул архитектураға һәм ҡала төҙөлөшөнә ҙур өлөш индергән Рәсәй һәм сит ил эшмәкәрҙәренә тапшырыла. Награда Рәсәй Архитекторҙар Союзы һәм Рәсәй Федерацияһы субъекттары һәм муниципаль берәмектәренең Баш архитекторҙар советы тарафынан ойошторола.