Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42 ↓

EUR 61.86 ↑

25 март, Шәмбе

Уфа   °

Рәсәй Президенты композитор Рафаил Ҡасимовты Дуҫлыҡ ордены менән наградлау тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Йәмғиәт

Рәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Медведев композитор Рафаил Ҡасимовты “ватан мәҙәниәтен һәм сәнғәтен үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ уңышлы эшмәкәрлеге өсөн” Дуҫлыҡ ордены менән наградлау тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Указ РФ Президентының рәсми сайтында баҫылып сыҡты.  

Рафаил Ғабдулхәй улы Ҡасимов — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, халыҡ-ара һәм республика конкурстары дипломанты. Өфө дәүләт сәнғәт институтын «пианист» һәм «композитор» белгеслектәре буйынса тамамлаған. Композиция буйынса уның педагогы – күренекле башҡорт композиторы, СССР-ҙың халыҡ артисы, профессор Заһир Исмәғилев.

2004 йылда Рафаил Ҡасимов Салауат Юлаев исемендәге премияға лайыҡ була. Ижад менән бер рәттән Рафаил Ғабдулхәй улы педагогик эшмәкәрлек менән дә әүҙем шөғөлләнә — Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбендә уҡыта.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть