3 декабрь, Шәмбе

18 октябрь 2010 йыл, 12:14

«Башҡортостан фарфоры» яңы баҙарҙар үҙләштерә

автор: Мөсәүир Камалетдинов

Октябрьский ҡалаһынан «Башҡортостан фарфоры» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Мәскәүҙең «Крокус Экспо» күргәҙмә үҙәгендә үткәрелгән «ПИР–ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы – 2010» ХШ халыҡ-ара күргәҙмәһендә ҡатнашты, тип хәбәр итә «Октябрьский нефтяник» гәзите. Бында 25 илдән 850-нән ашыу компания – аҙыҡ-түлек продукттары, эсемлектәр, ҡорамалдар етештереүселәр, ресторан һәм ҡунаҡханалар өсөн хеҙмәтләндереү күрһәтеүселәр йыйылды.

Октябрьскийҙар завод сығарған продукцияның бөтә ассортиментын тиерлек күрһәтте. Былар, иң элек, ресторандар һәм кафе өсөн һауыт-һаба. Әйтергә кәрәк, «Башҡортостан фарфоры» – Рәсәйҙә Европа продукцияһына тиңләшерлек ресторан һауыт-һабаһы сығарған берҙән-бер предприятие. Күргәҙмәгә килеүселәр йоҡа ғына «Сакура» сервизын, «Көнсығыш» фасоны сәй сервиздарын, яңыса биҙәлгән шахмат фигураларын юғары баһаланы. Завод күргәҙмәлә бөтә Рәсәйҙән, шулай уҡ Ҡаҙағстандан һәм Ҡырғыҙстандан хеҙмәттәшлек тураһында өс йөҙ самаһы тәҡдим алды. Хәҙер маркетинг хеҙмәте һәм һатыу бүлеге бөтә мәғлүмәтте ҡайтанан ҡарап, системаға һала, ҡайһы бер потенциаль клиенттарға контракт төҙөү өсөн документтар оҙатылды ла инде.

Фарфорсыларыбыҙ Мәскәү күргәҙмәһенән ҡайтҡас та сираттағыһына – Өфөлә үтәсәк төбәк-ара күргәҙмәгә әҙерләнә башланы. Бизнес кеүек эштә өлгәшелгәндә туҡтап ҡалырға ярамай бит: ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы даими үҫешә бара.

темалар: сәнәғәт