Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63 ↑

EUR 62.26 ↓

23 март, Кесе йома

Уфа   °

Ғ.Камал исемендәге Татар академия театры гастролдәре башлана

Йәмғиәт

Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры (Ҡазан) гастролдәре Өфөлә бөгөн, 18 октябрҙә, башлана. Улар юбилей саралары сиктәрендә үтә, киләһе йыл Камал театрына 105 йыл тула.

Өфөлә ике аҙналыҡ гастролдәре ваҡытында «камалдар» үҙҙәренең туғыҙ иң яҡшы спектаклен күрһәтәсәк – «Йәш йөрәктәр», «Ҡурсаҡ туйы», «Диләфрүз», «41-ҙең арбалы ҡатындары», «Диуана», «Тәҡдир», «Мылтыҡ», «Бәпәй», «Люстра».

Гастролдәрҙең һуңғы көнөндә, 31 октябрҙә, тамашасыларға драматург Зөлфәт Хәкимовҡа 50 йәш тулыуға арналған бенефис-концерт күрһәтеләсәк.

Спектаклдәр Нефтселәр Мәҙәниәт йорто сәхнәһендә 12 һәм 19 сәғәттә башлана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть