Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↑

EUR 69.47 ↓

25 июль, Шишәмбе

Уфа   °

Сергей Собянин Мәскәү мэры вазифаһына лайыҡлы кандидатура, ти Рөстәм Хәмитов

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президенты Дмитрий Медведевтың Мәскәү мэры вазифаһына вице-премьер, РФ Хөкүмәте аппараты башлығы Сергей Собяниндың кандидатураһын тәҡдим итергә тигән ҡарарын “дөрөҫ һәм уйлап эш ителгән” тип атаны.

«Минеңсә, был ҡарар бик дөрөҫ, — тине Рөстәм Хәмитов. — Сергей Семенович менән миңә ярайһы уҡ күп эшләргә тура килде. Ул Рәсәй Федерацияһы сәйәси ҡоролошоноң һәм ил иҡтисадының бөтә механизмдарын ентекле белгән үтә йыйнаҡ, киң эрудициялы кеше».

Башҡортостан Президенты фекеренсә, Сергей Собянин системалы нигеҙҙә эшләүсе идара итеүселәр категорияһына инә. «Етәкселәр харизмында ғына төҙөлгән иҡтисад заманы артта ҡала һәм ул кире ҡайтмаясаҡ», — тине Рөстәм Хәмитов.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть