10 декабрь, Шәмбе

18 октябрь 2010 йыл, 10:25

Рөстәм Хәмитов Илеш районында булып ҡайтты

автор: Евгений Рәхимҡолов

Шәмбе, 16 октябрҙә, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Илештә райондың ауыл хужалығындағы эштәр торошо менән танышып ҡайтты. Бөгөн бында малсылыҡ комплексы өсөн мал аҙығы етешмәй.

«Илеш районы совет заманында республиканың агросәнәғәт комплексы лидерҙарының береһе ине, һуңғы йылдарҙа ул үҙенең был позицияһын юғалтты, — тине төбәк башлығы район буйлап үҙ сәфәре барышында күргәндәренән һығымта яһап. – Был күңелһеҙ хәл. Элек был район юғары уңдырышлылығы һәм хеҙмәт дисциплинаһы менән айырылып тора ине. Уның продукцияһы илдең башҡа төбәктәрендә яҡшы билдәле булды. Ләкин һуңғы 10 йылда элекке даны юғалды, һәм ул “уртасалар” рәтенә күсте».

Агросәнәғәт комплексы предприятиелары — Куйбышев исемендәге ауыл хужалығы производство кооперативын һәм «Илеш ауыл хужалығы техникаһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен, шулай уҡ 86-сы һөнәрселек лицейын ҡарап сыҡҡас, Башҡортостан Президенты Илеш районы хакимиәте башлығы Илдар Мостафин менән райондың ауыл хужалығын аяҡҡа баҫтырыу һәм инвестициялар йәлеп итеү юлдарын тикшерҙе. Был ярайһы уҡ киң программа, ләкин, республика башлығы фекеренсә, атҡарып сығырлыҡ.

«Иң мөһиме, район етәкселегенең был программаны тормошҡа ашырырға теләге бар, — тип иҫәпләй Рөстәм Хәмитов. — Етмәһә, ул бюджет средстволарынан бигерәк, йәлеп ителгән кредиттар һәм инвестиция ресурстары иҫәбенә тормошҡа ашырыласаҡ. Бында эшмәкәрлек майҙаны бик киң, һәм район үҙ позицияларын ҡайтарыр һәм элекке кеүек башҡалар өсөн лайыҡлы өлгө булып торор, тип ышанам».