6 декабрь, Шишәмбе

18 октябрь 2010 йыл, 9:14

Аграрийҙар средстволарҙы маҡсатҡа ярашлы файҙаланыуҙары хаҡында отчет бирә

автор: Ғәлиә Нәбиева

Бишбүләк районында 12 муниципаль район хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралыҡтары начальниктары ҡоролоҡтан юғалтыуҙарҙы компенсациялауға бүленгән бюджет средстволарын маҡсатҡа ярашлы файҙаланыуҙары хаҡында отчет бирҙе. Дәүләт быйыл ауыл халҡына яҡшы ярҙам күрһәтте, һәм хәҙер финанс ярҙамын урынлы файҙаланыу мөһим. Беренсе сиратта средстволар орлоҡ, яғыулыҡ-майлау материалдары, ашламалар һатып алыуға йүнәлтелергә тейеш. Был яҙғы сәсеү кампанияһы-2011-ҙе ваҡытында юғары сифатлы итеп үткәреү мөмкинлеге бирәсәк. Средстволарҙың бер өлөшө Башҡортостанда орғасы малды һаҡлап алып ҡалыу өсөн мал аҙығы һатып алыуға йүнәлтелергә тейеш.

БР Ауыл хужалығы министрлығы етәкселеге ҡатнашлығындағы кәңәшмәлә 2020 йылға тиклем республиканың агросәнәғәт комплексын үҫтереү стратегияһы тикшерелде.  

Бындай семинарҙар Стәрлетамаҡ, Ҡалтасы һәм Белорет райондарында үтәсәк. Республиканың ауыл хужалығы министры Азат Йыһаншин бүленгән средстволарҙы файҙаланыу тураһында отчеттар ҡабул итәсәк.  

темалар: ауыл хужалығы