10 декабрь, Шәмбе

15 октябрь 2010 йыл, 15:20

Дарыухана пункты директорына хаҡтарҙы арттырған өсөн штраф һалынды

автор: Ольга Мортазина

Өфөнөң «Вардо» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте дарыуханаһы директоры хаҡтар ҡуйыу тәртибен күҙәтмәгән өсөн 50 мең һум штраф түләйәсәк. Прокурор тикшереүе был дарыуханала мөһим һәм иң кәрәкле дарыуҙар хаҡтар дәүләт теркәүе процедураһы аша үткәрелмәүен һәм хаҡтарын арттырып һатылыуын асыҡланы.  

Мәҫәлән,  «Веролоперамид» 18 һум 10 тингә һатылған, ә уның рөхсәт ителгән иң юғары хаҡы — 18 һум 02 тин. 18 һум 30 тинлек «Цефотаксим» 1,0 порошогы (№ 50) 20 һум 50 тингә һатылған. Хәҙер был ҡағиҙә боҙоуҙар бөтөрөлдө, тип хәбәр иттеләр БР Прокуратураһы матбуғат хеҙмәтенән.