Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә «Социаль шылтыратыу» акцияһы дауам итә

Йәмғиәт

Өфөлә 12 октябрҙә башланған «Социаль шылтыратыу» акцияһы 21 октябргә тиклем дауам итәсәк. Ҡаланың  «ИНДИГО» психологик-медик-социаль оҙатыу үҙәге уны ҡатмарлы хәлгә дусар булған кешеләргә квалификациялы ярҙам күрһәтеү маҡсатында үткәрә. Психологтар, психотерапевтар, юристар, министрлыҡтар һәм ведомстволар белгестәре, ял көндәренән тыш, көн һайын 16 сәғәттән 17 сәғәткә тиклем һорауҙарға яуап бирә. Телефон — 223-22-11. Белгестәр акцияны бер нисә йүнәлешкә бүлде. Мәҫәлән, йома көндө, 15 октябрҙә социаль ярҙам мәсьәләләре буйынса студенттарҙан һәм студенттар ғаиләләренән шылтыратыуҙар ҡабул ителә. Дүшәмбе көнө, 18 октябрҙә, балалар менән ҡаты мөғәмәлә итеү проблемаһы менән осрашыусылар шылтырата ала, 19 октябрҙә – шартлы хөкөм ителеүселәрҙе һәм хөкөм язаһы срогын тултырып ҡайтыусыларҙы социаль яҡлау һәм реабилитациялау мәсьәләләре буйынса, 20 октябрҙә – балалар һәм үҫмерҙәр араһында криминаль әүҙемлекте иҫкәртеү буйынса, 21 октябрҙә – яңғыҙлыҡ, социаль етемлек һәм өлкән йәштәге граждандар менән ҡаты мөғәмәлә итеү проблемалары буйынса.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть