Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.21 ↓

EUR 63.62 ↑

25 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Сауҙа күсемһеҙ милке баҙарында буш урындар арта

Иҡтисад

Өфөлә сауҙа күсемһеҙ милке баҙарында быйыл өсөнсө кварталда буш майҙандар өлөшө артыу тенденцияһы күҙәтелә. Хәҙер баҙарҙа биналарҙың бер нисә тибы ҡуйылған. Улар иҫәбендә – сауҙа үҙәктәрендә урындар, супермаркеттар һәм магазиндар биналары, торлаҡ йорттарҙың беренсе һәм аҫҡы ҡатындағы торлаҡ булмаған биналар, сауҙа павильондары һәм киоскылар.

«Азимут» Күсемһеҙ милек берҙәм мәғлүмәт селтәре аналитигы Екатерина Иманғолова хәбәр итеүенсә, бөгөн Өфөлә буш сауҙа майҙандарының дөйөм күләме 70 мең квадрат метр самаһы тәшкил итә. Һүҙ бында ҡуртымға алыу тураһында ла, һатыу тураһында ла бара. Ҡала буйынса уртаса аренда ставкаһы квадрат метр өсөн 760 һум тәшкил итә. Ставка бер кварталда 1,3 процентҡа артты. Ә йыл башы менән сағыштырғанда был күрһәткес 17,9 процентҡа артҡан.

Сауҙа күсемһеҙ милкенең бер квадрат метрының уртаса хаҡы 54,59 мең һум. Быйыл икенсе квартал аҙағына артыу 9,1 процент тәшкил итте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть