Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

24 февраль, Йома

Уфа   °

Өфөлә «Башвторцветмет» склады янды

Йәмғиәт

Өфөнөң Нижегородка биҫтәһендә, «Башвторцветмет» акционерҙар йәмғиәте складында, 200 квадрат метр майҙанда янғын сыҡты, унда утилләштереүгә әҙерләнгән иҫке автомобилдәр кузовтары һәм авторезина ҡалдыҡтары ятҡан булған. Янғынды һүндереүгә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының 32 хеҙмәткәре, 11 техника берәмеге, шул иҫәптән янғын һүндереү катеры — склад йылға ярында урынлашҡан – йәлеп ителде. Янғын ваҡытында бер кем дә зыян күрмәне, ут сығыу сәбәптәрен һәм унан зыянды тәүтикшереү белгестәре асыҡлай, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть