10 декабрь, Шәмбе

15 октябрь 2010 йыл, 13:18

Рөстәм Хәмитов ауыл хужалығын үҫтереү мәсьәләләрен күтәрҙе

автор: Ғәлиә Нәбиева

Етештереүселәргә дотациялар, кредиттар буйынса процент ставкаларын субсидиялаштырыу, милеккә һалымды кәметеү һәм инвестициялар йәлеп итеү. Бөгөн Башҡортостан Президентының Ҡырмыҫҡалы районы буйлап эш сәфәре барышында республиканың «Алтын көҙ — 2010» халыҡ-ара агросәнәғәт күргәҙмәһендә еңеүсе 15 ауыл хужалығы предприятиеһы етәксеһе менән осрашыуында ошо төп проблемалар күтәрелде.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл Башҡортостан сираттағы тапҡыр Рәсәйҙә миҙалдар һаны буйынса беренсе урын яуланы. Башҡортостан аграрийҙары копилкаһында улар — 521.

Рөстәм Хәмитов, «миҙалдар һаны продукциябыҙҙың яҡшы сифаты тураһында һөйләй» тип билдәләне.

— Был наградалар республиканың ҙур потенциалға эйә булыуын күрһәтә, ләкин тышҡы конкуренция мөхите беҙҙе артабан үҫешергә мәжбүр итә, — тине Президент.

Ул, ауыл хужалығына реаль ярҙам күрһәтеү өсөн ресурстарҙы ҡаты иҫәпкә алыу һәм бюджет средстволарын ҡайтанан бүлеү кәрәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Республика башлығы, баҙар формаларына күсеү бик һүлпән бара, ә агросәнәғәт комплексын үҫтереү өсөн был бик мөһим, тип билдәләне.  

— Эмоциональ ҡарарҙар заманы үтте. Республиканың фәнни потенциалын йәлеп итеп, ауыл хужалығын үҫтереүҙең аныҡ программаһы кәрәк, — тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов.

Ул Ауыл хужалығы министрлығына һәм Башҡортостан Хөкүмәтенә бер ай эсендә министрҙар кабинеты ултырышына бөтә материалдарҙы әҙерләргә ҡушты. Осрашыуҙа билдәләнгән бөтә “ауыртҡан” урындар ошо ултырышта ҡараласаҡ.