10 декабрь, Шәмбе

15 октябрь 2010 йыл, 12:14

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Советы ойошторолдо

автор: Марина Шумилова

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты үҙ етәкселеген – Башҡарма комитет Советын ойошторҙо. Уға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Илгиз Солтанморатов, уның өс урынбаҫары – Румил Аҙнабаев, Вәлиәхмәт Бәҙретдинов, Фәнзил Әхмәтшин, Башҡарма комитет комиссиялары рәйестәре – Ирек Акманов, Башҡорт дәүләт университеты профессоры, тарих фәндәре докторы (милли мәғариф һәм фән буйынса комиссия);  Иршат Аҫылғужин, «Стройтрейдинг» компанияһының генераль директоры (иҡтисад, эшҡыуарлыҡ һәм ер буйынса комиссия); Рим Вәлиәхмәтов, БР Фәндәр академияһының Социаль-сәйәси һәм хоҡуҡи тикшеренеүҙәр институты директоры (башҡорт халҡының демографик үҫеш проблемалары буйынса комиссия); Хәләф Ишморатов (Башҡортостандан ситтә йәшәгән башҡорттар менән эшләү буйынса комиссия); Нәзир Ҡолбәхтин, Башҡорт дәүләт университеты профессоры, тарих фәндәре докторы (башҡорт халҡының тарихы, теле һәм рухи мәҙәниәте мәсьәләләре буйынса комиссия); Гүзәл Ситдиҡова, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе (ғаилә, әсәлек, атайлыҡ һәм балалыҡ мәсьәләләре буйынса комиссия); Фәнил Фәйзуллин, ӨДАТУ профессоры, философия фәндәре докторы (власть структуралары һәм граждандар йәмғиәттәре институттары менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек буйынса комиссия); Азамат Юлдашбаев, «Шоңҡар» республика йәштәр журналы баш мөхәррире (мәғлүмәт сәйәсәте буйынса комиссия); Марс Юлдашев, БДМУ профессоры, медицина фәндәре докторы (һаулыҡ һаҡлау һәм экология буйынса комиссия), шулай уҡ Риф Иҫәнов, «Трал» МУП-ы генераль директоры, «Урал» башҡорт халыҡ үҙәге рәйесе; Марат Ҡолшәрипов, Башҡорт дәүләт университетының тарих факультеты деканы, тарих фәндәре докторы; Нияз Мәжитов, БР Фәндәр академияһы вице-президенты инде.

— Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы – милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыуға, республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индерергә һәләтле йәмәғәт ойошмаһы, — тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Илгиз Солтанморатов. – Минеңсә, беҙҙең ойошманың төп бурысы — башҡорт халҡының үҙәк проблемаларын асыҡлау һәм йәмәғәтселек иғтибарын уларҙы хәл итеүгә йүнәлтеү. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Советына республикала киң билдәле кешеләр инде. Совет беҙҙең йәмәғәт ойошмаһы эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен, уның үҫеш перспективаларын билдәләйәсәк.  

Комиссиялар рәйестәренә хәҙер уларҙың составын һәм эш йүнәлештәрен билдәләргә кәрәк.