10 декабрь, Шәмбе

15 октябрь 2010 йыл, 11:43

Башҡортостандың иң канцерогенлы ҡалалары – Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Салауат

автор: Светлана Ғәфүрова

Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалалары халҡына рак менән ауырыу хәүефе янай. Шундай һығымтаға килгән Роспотребнадзорҙың  Башҡортостан Республикаһы буйынса Идаралығы белгестәре.

Был идаралыҡтың социаль-гигиена мониторингы бүлеге начальнигы урынбаҫары Ирина Байкина Өфөлә Экологик форумда ҡатнашыусыларға һәр төрлө зарарлы эффекттар һөҙөмтәһендә халыҡ һаулығына янаған хәүефте иҫәпләү һәм баһалау методикаһы хаҡында һөйләне. Бер мең кешегә берҙән артыҡ ауырыу осрағы тура килеүе зарарлы эффекттар һөҙөмтәһендәге хәүефтең юғары булыуын аңлата. Өфөлә, Стәрлетамаҡта һәм Салауатта онкология менән ауырыу мөмкинлеге был методика буйынса һәр мең кешегә 1,8 — 5 кеше тип табылған. Өфөлә хром һәм мышаяҡ кеүек химик бысратыусылар буйынса канцероген хәүефе үтә юғары. Ул бер меңгә 224 осраҡ тәшкил итә.

Белгес фекеренсә, зарарлы матдәләрҙең тын алыу юлдарына тәьҫире иң ҙур хәүефтәрҙән һанала. Улар иммунитеттың кәмеүенә, ҡан барлыҡҡа килтереүсе органдар һәм йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуына һәм онкологияға килтерә.

Республикала бер йылда яҡынса алты мең кеше рактан үлә. Был ауырыу арҡаһында кешеләр үлеменең һәр береһенән зыян ете миллион һум менән баһалана.

Үрҙә һаналған өс ҡалала канцероген хәүефе шул тиклем юғары, шуға ла саң ҡағырға һәм дәүләт кимәлендә саралар күрергә ваҡыт, тип иҫәпләй Ирина Байкина.