6 декабрь, Шишәмбе

15 октябрь 2010 йыл, 11:33

Ирәмәл тәбиғәтен 10 инспектор һаҡлаясаҡ

автор: Сергей Захаров

Кисә Башҡортостан Хөкүмәтендә әле ойошторолған «Ирәмәл» тәбиғәт паркы» Дәүләт учреждениеһын финанс яҡтан тәьмин итеү мәсьәләһе ҡаралды. Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәһенең тәү сираттағы ихтыяждарына смета сығымдары проектын тәҡдим итте.  

Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса дәүләт учреждениеһы штатында 10 инспектор буласаҡ. 49,338 мең гектар майҙанды биләгән тәбиғәт паркы территорияһында патруллек итеү өсөн улар автотранспорт, ҡаргиҙәрҙәр һәм аттар менән тәьмин ителәсәк. Штат расписаниеһы һәм капиталь төҙөлөш объекттары буйынса һуңғы финанс иҫәп-хисаптары яҡын араларҙа уҡ яһаласаҡ һәм бюджет тураһындағы законда иҫәпкә алынасаҡ.

— «Ирәмәл» Тәбиғәт паркын ойоштороу буйынса бөтә финанс сығымдары һәм йөкләмәләре менән норматив документ бер ай эсендә әҙерләнәсәк, — тине БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, финанс министры Айрат Ғәскәров.

Уның фекеренсә, тәбиғәт паркын төҙөү менән бер үк ваҡытта территорияһында Ирәмәл тауы урынлашҡан Учалы һәм Белорет райондары муниципалитеттарына автотранспорт, туристик, ҡунаҡхана хеҙмәтләндереүҙәре күрһәтәсәк бәләкәй предприятиелар селтәрен үҫтереү хаҡында уйланырға кәрәк ине.

— Был төбәктә яңы эш урындары булдырырға, сервис кимәлен яҡшыртырға булышлыҡ итәсәк, үҙ сиратында ул урындағы тәбиғәтте өҫтәмә һаҡлау ҙа булып торасаҡ, — тип иҫәпләй вице-премьер.

Белешмә өсөн. Ирәмәл тауында һунар-промысла йәнлектәренең бөтә төрҙәре тиерлек йәшәй, осар тейен, марал, аҡ һәм һоро ағуна, үлән тәлмәрйене, бәрҙе, махаон, адмирал кеүек бик һирәк ҡалған һәм юғалыу ҡурҡынысы аҫтында торған 40-ҡа яҡын төр осрай.