6 декабрь, Шишәмбе

15 октябрь 2010 йыл, 10:37

Башҡортостан халҡының яртыһына республика башлығы вазифаһының нисек аталыуы үтә мөһим түгел

автор: Сергей Захаров

Башҡортостан башлығы вазифаһының нисек аталыуы буйынса республика халҡы фекерҙәре ҡап яртыға бүленде.  

Был турала октябрҙә БР Фәндәр академияһының Ижтимағи-сәйәси һәм хоҡуҡи тикшеренеүҙәр институты менән үткәрелгән «Башҡортостан Республикаһының ижтимағи-сәйәси һәм иҡтисади үҫеше» тип аталған социологик тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре һөйләй.

«Республика башлығы вазифаһының нисек аталыуы һеҙҙең өсөн мөһимме?» тигән һорауға яуап биреп, респонденттарҙың 53 проценты был мәсьәләнең «принципиаль булмауын» билдәләне йәки яуап бирергә ҡыйынһынды. Шул уҡ мәлдә һорауға яуап биргәндәрҙең 47 проценты, «Башҡортостан Республикаһы Президенты ғына Башҡортостан башлығы була ала», тип белдерҙе. Атап әйткәндә, өфөлөләрҙең 35,4 проценты һәм республиканың башҡа ҡалаларынан респонденттарҙың 42,9 проценты һәм ауылдарҙа йәшәгән граждандарҙың 56,7 проценты шулай уйлай.

Социологик тикшеренеүҙә Башҡортостан ҡалалары һәм райондарынан 18-70 йәштәге меңдән ашыу кеше ҡатнашты.