Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

23 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Йәрмәкәй районында яңы етәксе

Сәйәсәт

Кисә Йәрмәкәй районы Советы ултырышында район хакимиәте башлығы итеп контракт буйынса Ғафуан Шәйхетдинов тәғәйенләнде. Был вазифаға ул конкурс һөҙөмтәләре буйынса ҡуйылды.  

Ғафуан Мадияр улы Шәйхетдинов 1962 йылда Нуриман районының Сатлыҡ ауылында тыуған.

Башҡортостан ауыл хужалығы институтын һәм БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған.

Төрлө йылдарҙа Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә токарь, «Иглин» совхозында эшсе, Куйбышев тимер юлының Черниковка станцияһында поездар төҙөүсе ярҙамсыһының уҡыусыһы, «Алатыр» совхозының малсылыҡ комплексында оператор булып эшләй.

Бер нисә йыл дауамында ВЛКСМ-дың Иглин район комитеты инструкторы, беренсе һәм икенсе секретары була.

Артабан «Башҡорт» производство берекмәһендә һәм Иглин районы хакимиәтендә лә эшләй.

«Башсельстрой» акционерҙар йәмғиәтенең «Төҙөлөш материалдары» магазины директоры, «Иглин май заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры, Өфөнөң Калинин районы «Трал» муниципаль унитар предприятиеһының ярҙамсы хужалығы директоры, хакимиәт башлығы урынбаҫары, Башҡортостандың баш ҡалаһының Совет районы хакимиәтендә территориялар һәм кадрҙар менән эшләү идараһы начальнигы була.

Һуңғы өс йылда Башҡортостан Президенты Хакимиәтенең Территориялар менән эшләү, кадрҙар тәьминәте һәм дәүләт наградалары идараһының территориялар менән эшләү бүлеге советнигы, баш консультанты булып эшләй.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Йәрмәкәй районының элекке башлығы Дифғәт Хантимеров ҙур янъялдан һуң республика Президенты Рөстәм Хәмитов талабы буйынса биләгән вазифаһынан бушатылды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть