7 декабрь, Шаршамбы

14 октябрь 2010 йыл, 17:10

Күгәрсен районында журналистарға Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар тапшырылды

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Күгәрсен районында Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика журналистар премияһы лауреаттарын наградлау тантанаһы үткәрелде. Уны Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуған яғында, Хоҙайбирҙе ауылында, үткәреү изге традицияға әйләнде. Быйыл Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы был абруйлы премияны биреү буйынса комиссия өс лауреатты билдәләне. Улар: Лена Абдрахманова – «Нисек йәшәйһең, башҡорт ауылы?» рубрикаһы аҫтындағы мәҡәләләр циклы өсөн; Гөлсәсәк Ханнанова – «КоммерсантЪ-Башкортостан» гәзитендә баҫылған ижтимағи-сәйәси темаларға мәҡәләләр серияһы өсөн; Азат Ярмуллин – «Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында»  китабы һәм «Шонҡар» журналында «Тарихнамә» рубрикаһында Башҡортостан тарихы буйынса мәҡәләләр серияһы өсөн.

Наградлау тантанаһында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина, БР элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов, Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Фәрит Мусин ҡатнашты. Тантанала ҡатнашыусылар Шәһит Хоҙайбирҙиндың музейына барҙы, уның һәйкәленә сәскәләр һалды.

Бүләкләү тантанаһын асып, Зөһрә Рәхмәтуллина:

— Был һоҡланғыс премияны шундай матур урында, Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуған яғында тапшырыу айырыуса күңелле, – тине. – Журналистың бөгөнгө эшенә күп нәмә бәйләнгән. Уның һүҙе атом бомбаһына оҡшаш булыуы мөмкин. Был һөнәрҙең яуаплылыҡ, гражданлыҡ һәм дөрөҫлөк кеүек төшөнсәләрҙе үҙ эсенә индереүен беҙ барыбыҙ ҙа аңлайбыҙ. Быйылғы премия лауреаттары уларға эйә. Республика Хөкүмәте исеменән мин уларҙы ҡотлайым һәм артабанғы ижади уңыштар теләйем.  

Борис Мелкоедов та лауреаттарҙы ҡотланы һәм күгәрсендәргә йылы ҡабул иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

Наградланыусылар үҙҙәренең яуап һүҙендә хеҙмәттәрен юғары баһалағандары өсөн рәхмәт белдерҙе. Гөлсәсәк Ханнанова, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бүләкләү тантанаһында ҡатнаша алманы. Лена Абдрахманова үҙенең эшен юғары баһалағандары өсөн сикһеҙ шат.

— Бының өсөн тыуған яғыма, тыуып үҫкән һәм хеҙмәт иткән Күгәрсен районына рәхмәт, — тине ул.

Азат Ярмуллин да награда өсөн рәхмәт әйтте һәм Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Фәрит Мусинға үҙенең «Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында»  китабын тапшырҙы.

Наградлау тантанаһы концерт һәм Хоҙайбирҙе ауылы Мәҙәниәт йорто эргәһендәге аллеяла ағастар ултыртыу менән тамамланды.