5 декабрь, Дүшәмбе

14 октябрь 2010 йыл, 16:19

Иртәгә - «Ағиҙел» Башҡортостан художество промыслаһында Асыҡ ишектәр көнө

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

15 октябрҙә «Ағиҙел» Башҡортостан художество промыслаһы” дәүләт унитар предприятиеһы Асыҡ ишектәр көнө үткәрә. Уның сиктәрендә производство буйынса экскурсия, предприятие тураһындағы фильмдың презентацияһы, Башҡортостан Республикаһының Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығы, БР Мәғариф министрлығы, Өфө хакимиәте һәм БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы Дәүләт халыҡты эш менән тәьмин итеү идаралығы вәкилдәре ҡатнашлығында матбуғат конференцияһы үтәсәк.  

Матбуғат конференцияһынан һуң ҡунаҡтарҙы фуршет көтә.

Аккредитацияны түбәндәге телефондар аша алырға мөмкин: 284-57-49, 8-937-358-96-36 йәки e-mail буйынса:gupbhpagidel@mail.ru (Байғужина Рената Фәрит ҡыҙы).

Адресы: Өфө ҡалаһы, Трамвай урамы, 5а.

Сара сәғәт 12-лә башлана.

темалар: анонс