3 декабрь, Шәмбе

15 октябрь 2010 йыл, 9:30

Бөгөн Өфөлә Аграр университеттың 80 йыллығына арналған юбилей тантаналары үтәсәк

автор: Эльмира Сабирова

Бөгөн Өфөлә Йәштәр һарайында Башҡорт дәүләт аграр университетының 80 йыллығын байрам итеү ойошторола. Программала — тантаналы йыйылыш, реставрацияланған Йәштәр һарайын презентациялау, байрам концерты. Башлана 15 сәғәттә.  

Башҡорт дәүләт аграр университеты бөгөн — ауыл өсөн профессиональ кадрҙар әҙерләгән илебеҙҙең алдынғы юғары уҡыу йорттарының береһе. Юғары уҡыу йорттарына йыл һайын үткәрелгән мониторинг һөҙөмтәләре буйынса  илебеҙҙең 59 ауыл хужалығы вуздары араһында ул иң яҡшы унау исемлегендә тора, ул 50,5 меңдән ашыу юғары квалификациялы белгес әҙерләп сығарған.