6 декабрь, Шишәмбе

14 октябрь 2010 йыл, 14:52

Архангел хакимиәте подрядсы һайлау ҡағиҙәһен боҙған

автор: Ольга Мортазина

Архангел районы хакимиәте дәүләт һәм муниципаль ихтыяждар өсөн хеҙмәтләндереү күрһәтеүгә заказдар урынлаштырыу тураһында закондарҙы боҙоуға юл ҡуйған. Прокурорҙар тикшереү һөҙөмтәләре буйынса ошондай һығымтаға килгән.

Район үҙәгендә поликлиника бинаһын ике подъезлы торлаҡ йорт итеп реконструкцияларға ҡарар итәләр. Аукционда ҡатнашыуға төҙөлөш компанияларынан 19 заявка бирелә. Әммә уларҙың береһе генә индерелә —«Руслан» төҙөлөш компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Аукцион үткәреү ваҡытына «Руслан» төҙөүселәре бөтә эштәрҙе башҡарып бөтөүе, йәғни аукциондың формаль ғына үткәрелеүе асыҡлана.  

Комиссияның биш ағзаһы административ яуаплылыҡҡа тарттырыла һәм һәр береһенә 30-ар мең һум штраф һалына. Бынан тыш, тикшереү материалдарын прокуратура хеҙмәткәрҙәре “конкуренцияға юл ҡуймау, сикләү һәм бөтөрөү” статьяһы буйынса енәйәт эшә ҡуҙғатыуға район буйынса эске эштәр бүлегенә ебәрә. Хәҙер өҫтәп тикшереү эштәре алып барыла, тип хәбәр иттеләр БР Прокуратураһы матбуғат хеҙмәтенән.

темалар: коррупция