5 декабрь, Дүшәмбе

14 октябрь 2010 йыл, 14:28

Башҡортостан Дәүләт торлаҡ инспекцияһы Рәсәйҙә иң яҡшы дүртәү исемлегендә

автор: Ғәлиә Нәбиева

Рәсәйҙең Баш дәүләт торлаҡ инспекцияһы субъекттар инспекцияларының 2010 йылдың 9 айындағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Иң яҡшылар иҫәбендә Санкт-Петербург, Мәскәү, Мәскәү өлкәһе һәм Башҡортостан инспекциялары аталды. Баһалағанда тикшерелгән торлаҡ фонды иҫәбе, торлаҡ өлкәһендә асыҡланған  ҡағиҙә боҙоуҙар һәм штрафтар күләме иҫәпкә алынған. Юридик һәм физик шәхестәрҙең мөрәжәғәттәре менән эшләү сифаты баһалауҙың төп критерийы булып торған. Асыҡланған ҡағиҙә боҙоуҙарҙы билдәләнгән ваҡытта бөтөрөү, граждандар мөрәжәғәттәрендә күрһәтелгән һорауҙарҙы ыңғай хәл итеү мөһим күрһәткестәрҙән һанала.  

Йыл башынан алып БР Дәүләт торлаҡ инспекцияһы күп фатирлы йорттарҙың  36848 мең квадрат метрын тикшергән. Тикшереүҙәр һөҙөмтәһе буйынса торлаҡ фондын хеҙмәтләндергән идара итеүсе ойошмаларға һәм предприятиеларға, торлаҡ биналар хужаларына 31463 башҡарма документ тапшырылған.

Тикшереүҙәр барышында 24683  торлаҡ фондын файҙаланыу нормаларын, торлаҡ биналарҙан файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы һәм коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеүҙә етешһеҙлектәр булыуы асыҡланған.  Бирелгән күрһәтмәләрҙең 74 проценты буйынса ҡағиҙә боҙоуҙар бөтөрөлгән.

Инспекторҙар 5611,6 мең һум дөйөм суммаға административ штрафтар билдәләү тураһында 492 күрһәтмә сығарған, дәүләт килеменә керемдәр 5078,2 мең һум тәшкил икән. Ҡалған сумма буйынса ялыу биреү йәки административ штрафтарҙы үҙ теләгең буйынса түләү ваҡыты әлегә үтмәгән. Эштәр мәжбүри рәүештә түләтеү өсөн суд приставтары хеҙмәтенә ебәрелгән.