7 декабрь, Шаршамбы

14 октябрь 2010 йыл, 14:22

«Химпром» ябылды, әммә диоксиндар ҡалды

автор: Светлана Ғәфүрова

90-сы йылдар башында Өфөләге фенол катастрофаһынан һуң (ул саҡта фенол эсәр һыуға рөхсәт ителгән концентрациянан күп тапҡырға күберәк эләккәйне) «йәшелдәр» саң ҡаға башланы. Экологик катастрофа сәбәпсеһе булған «Химпром» заводында фенолдан тыш бик күп диоксин да тупланыуы асыҡланды. Диоксиндар – абсолют ағыу, ул тере организмда тарҡалмай, ә уны үлтереп, йыйыла бара. «Химпром»да, айырыуса 2,4Д гербициды етештерелгән 19-сы цех территорияһы эргәһендә тупланған диоксиндар күләме Италияның ҙур экологик катастрофа зонаһы тип иғлан ителгән Севезо ҡалаһындағы диоксиндар күләме менән сағыштырырлыҡ.

Йәмәғәтселек баҫымы аҫтында завод аҡрынлап үҙ эшмәкәрлеген кәметә башланы, ә 2000-се йылдар башында БР Хөкүмәте ҡарары менән завод тулыһынса туҡтатылды.  

2008 йылда предприятие территорияһын санациялау башланды.

12 — 14 октябрҙә Өфөлә үткән Экологик форумда «Башҡортостан Республикаһының йәшәйеш именлеге ғилми-тикшеренеү институты» дәүләт унитар предприятиеһы директоры Фаиз Хизбуллин «Химпром» биләмәһен диоксиндар һәм башҡа ағыулаусы матдәләр булыуға тикшереү һөҙөмтәләре тураһында һөйләне. Завод территорияһындағы 10 скважинанан алынған тупраҡты тикшереү тупраҡ өҫтөндә диоксин элеккесә ҙур күләмдә булыуын күрһәтте — бер килограмға 10 мең нанограмға тиклем. Рәсәйҙә диоксиндар буйынса нормативтар эшләнмәгән. АҠШ-та бер килограмға 100 нанограмға тиклем рәхсәт ителә. Шулай итеп, тупраҡҡа анализдар, «Химпром»ды ябыуға ҡарамаҫтан, Өфөлә диоксиндар проблемаһы аҙағынаса хәл ителмәүен күрһәтте.

Был хәлдә ҡала өсөн иң хәүефлеһе – завод районында ер аҫты һыуҙары бик тәрәндә ятмай, ер өҫтөнән 1-3 метр тәрәнлектә генә, тимәк, уларға диоксин эләгеү һәм уның завод территорияһынан артабан таралыу ҡурҡынысы ҡала.

темалар: экология