8 декабрь, Кесе йома

14 октябрь 2010 йыл, 14:00

Туймазы гәзите атайҙарға арналған фотоконкурс иғлан итте

автор: Мөсәүир Камалетдинов

«Туймазинский вестник» гәзите мөхәрририәте һәм «Тормош һәм ғаилә ҡиммәттәре өсөн» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе ағымдағы йылдың 1 октябренән 1 ноябргә тиклем атайҙарға арналған фотоконкурс иғлан итте. Атай булыуҙы пропагандалау, ғаиләлә атай ролен, ғаилә абруйын арттырыу, атайҙарҙың ыңғай тәжрибәһен популярлаштырыу, фотосәнғәт теле менән атайлыҡҡа һөйөү һәм ихтирам белдереү фотоконкурстың төп маҡсаты булып тора. Еңеүселәр дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр аласаҡ. Иң яҡшы фотоһүрәттәр 14 ноябрҙә «Родина» мәҙәниәт һарайында киң йәмәғәтселек иғтибарына сығарыласаҡ. Был көндө бында еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы һәм ҡаланың балалар һәм йәштәр ижади коллективтары ҡатнашлығында концерт үтәсәк. Байрамға конкурста ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре саҡырыласаҡ.

темалар: конкурстар