Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 60.45 ↑

23 февраль, Кесе йома

Уфа   °

Өфөләге балалар йортонда хәйриә концерты үтәсәк

Йәмғиәт

Йома, 15 октябрҙә, Өфөнөң 9-сы балалар йортонда концерт үтәсәк —Фәрит Камаев исемендәге 2-се балалар сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре тиҫтерҙәре алдында сығыш яһаясаҡ.

"Башинформ" агентлығына Владимир Спиваков исемендәге Халыҡ-ара хәйриә фондының Башҡортостан Республикаһындағы филиалы директоры Ғәлиә Камаеваның хәбәр итеүенсә, был концерт БР-ҙағы В.Спиваков исемендәге Халыҡ-ара хәйриә фонды филиалының "Балалар балаларға" концерт-осрашыуҙар циклы хәйриә программаһын дауам итә. Программа Волга буйы федераль округының "Балалыҡты ҡайтарыу" тип аталған ата-әсәләр ҡурсалауынан мәхрүм балаларға ярҙам проекы сиктәрендә үткәрелә.

Концерт 9-сы балалар йортонда 15.00-дә башлана.

Теги: хәйриә
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть