5 декабрь, Дүшәмбе

14 октябрь 2010 йыл, 12:47

Рәсәйҙә халыҡ иҫәбен алыу башланды

автор: Ғәлиә Нәбиева

Бөгөн Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың тәүге көнө. 10 меңдән ашыу иҫәп алыусы Башҡортостан ҡалалары, ҡасабалары һәм ауылдары урамдары буйлап таралышты. Улар илебеҙ, республика, беҙҙең менән һеҙҙең турала ысын мәғәнәһендә мөһим мәғлүмәт йыйыу өсөн йорттарыбыҙға киләсәк. Уларға ишектәрегеҙҙе асығыҙ һәм ябай, ләкин бик мөһим һорауҙарға яуап биреү өсөн бер нисә минут ваҡытығыҙҙы сарыф итегеҙ.  

Иҫәп алыусыны мутлашыусынан махсус кейеменә ҡарап та айырырға мөмкин. Ул паспорты менән бергә танытмаһын күрһәтергә тейеш. Бынан тыш – аҡ хәрефтәр «Федераль дәүләт статистика хеҙмәте» тип яҙылған күк портфеле, ә муйынында — Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу эмблемалары менән күк бәйләнгән шарф.

Әгәр үҙен иҫәп алыусы тип танытҡан кешелә шикләнеп ҡалһағыҙ, яҡындағы иҫәп алыу участкаһына шылтыратып белешә алаһығыҙ. Участка телефоны иҫәп алыусының яҙыу кенәгәһенең тышында күрһәтелергә тейеш. Шуны хәтерегеҙҙә тотоғоҙ, һеҙ иҫәп алыусыға бер ниндәй ҙә документ күрһәтергә тейеш түгелһегеҙ. Бөтә мәғлүмәтте ул һеҙҙең әйткәнегеҙ буйынса яҙып аласаҡ. Был иҫәп алыуҙың төп принцибы.

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 12 көн буйына барасаҡ. Уларҙың эше бик күп, шуға күрә, зинһар, сабыр булығыҙ, иҫәп алыусы һеҙгә мотлаҡ киләсәк. Бик булмаһа, иҫәп алыу участкаһына шылтыратып, уның ҡасан килеү ваҡытын аныҡлай алаһығыҙ.  

Республика дәүләт статистикаһы территориаль органының «ҡыҙыу линия» телефоны: 8-800-347-11-02. Октябрь айында ул ял көндәрһеҙ сәғәт 9-ҙан 20 сәғәткә тиклем эшләй. Абонент өсөн шылтыратыу — бушлай.