6 декабрь, Шишәмбе

14 октябрь 2010 йыл, 12:06

Немец һәм швейцар компаниялары хеҙмәттәшлек итергә әҙер

автор: Әлим Фәйезов

Шаршамбы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Республика Йортонда Германияның «Веземанн Интернациональ» компанияһы ойоштороусыһы һәм генераль директоры Эвальд Веземанн һәм «PLURIMACOAG» (Швейцария) инвестиция компанияһы вәкиле Виктор Даниленко менән осрашты. Бында немец һәм швейцар бизнесмендарының Башҡортостанда индерергә әҙерләнгән өс ҙур инвестиция проекты тураһында һүҙ алып барылды.

«Веземанн Интернациональ» («Wezemann international GmbH») компанияһы Башҡортостанда ҙур йылылыҡ һәм энергогенерация ҡеүәттәре төҙөүҙе, ҡала ҡаҙанлыҡтарын реконструкциялау һәм хеҙмәтләндереүҙе юлға һалырға әҙер. Был компанияның тағы бер проекты, өр-яңы технологияларҙы файҙаланып, көнкүреш һәм сәнәғәт ҡалдыҡтарын сәғәтенә 5 000 литрға тиклем күләм менән дизель яғыулығына әйләндерергә булышлыҡ итеүсе ҙур сүп-сар эшкәртеү предприятиеһы төҙөүгә ҡағыла. Был ике проекттың һәр береһе буйынса инвестициялар 100 000 000 евро самаһы тәшкил итеүе ихтимал.

«PLURIMACOAG» компанияһы Инйәр районында туристик-рекреацион зона төҙөү менән шөғөлләнә ала. Бынан тыш, был компания республикаға төбәк өсөн мөһим булған проекттарҙы финанслау өсөн инвестиция фонды («Сколково» Үҫеш фонды өлгөһөндә) ойоштороуҙа булышлыҡ итә ала.  

Республика Президенты бөтә өс проектты бик ыңғай баһаланы. Рөстәм Хәмитов, Башҡортостанға төбәк иҡтисадын һәм социаль өлкәһен үҫтереү өсөн өҫтөнлөклө проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа республикаға ярҙам итерлек бындай ҙур һәм ышаныслы инвесторҙар кәрәк, тип билдәләне.

Германия һәм Швейцария компаниялары вәкилдәре республика ер бүлеү, бөтә мәсьәләләрҙе тейешле структуралар, шул иҫәптән федераль структуралар менән яраштырыу менән бәйле бөтә мәсьәләләрҙе хәл иткәс тә эште башларға әҙер булыуҙарын билдәләне. Яҡын араларҙа уҡ Башҡортостанға немец белгестәре килеп, бөтә эш нескәлектәрен урында ҡарап эшкәртеүҙәре мөмкин.