5 декабрь, Дүшәмбе

14 октябрь 2010 йыл, 10:56

Рөстәм Хәмитов иҫәп алыуҙа беренселәрҙән булып ҡатнашты

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов беренселәрҙән булып 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашты. Кесе йома, 14 октябрҙә, иҫәп алыу кампанияһының тәүге көнө иртәһендә республика башлығы, миллионлаған рәсәйлеләр кеүек үк: «Һаумыһығыҙ! Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу. Мин Һеҙҙең иҫәп алыусығыҙ», тигән һүҙҙәрҙе ишетте.

Ҡатыны Гөлшат Хәмитова менән бергә Президент иҫәп алыусының һорауҙарына яуап бирҙе. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, ул 1954 йылда Кемерово өлкәһендә тыуған. Милләте буйынса – башҡорт, туған теле итеп башҡорт телен иҫәпләй, шул уҡ ваҡытта рус телен камил белә һәм инглиз телендә иркен аралаша. Уның ҡатыны татар телен дә белә. Республика башлығы юғары белемле һәм фән докторы ғилми дәрәжәһенә эйә. Табыштар тураһындағы һорауға Рөстәм Хәмитов, уларҙың төп сығанаҡтары булып хеҙмәт эшмәкәрлеге тора, тип яуап бирҙе.  

Иҫәп алыусы һорауҙарына яуаптарҙан һуң, Рөстәм Хәмитов, улар бик уңайлы төҙөлгән, тип билдәләне.

— Иҫәп алыу ҡағыҙының бөтә һорауҙары ябай һәм аңлайышлы, — тине республика башлығы. – Кешеләрҙә уларға яуап менән проблемалар тыуырға тейеш түгел.

2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 14 октябрҙә старт алды һәм 25 октябргә тиклем һуҙыласаҡ. Был көндәр эсендә Башҡортостан Республикаһы территорияһында 631 иҫәп алыу участкаһы эшләйәсәк. Иҫәп алыуҙың тәүге йомғаҡтары киләһе йыл апрелдә иғлан ителәсәк: Рәсәй халҡының дөйөм иҫәбе, ауыл һәм ҡалаларҙа ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар һаны. 2010 йылғы иҫәп алыуға 2013 йыл аҙағына тиклем йомғаҡ яһаласаҡ һәм баҫыла барасаҡ.

Иҫәп алыу кампанияһы алдынан Рөстәм Хәмитов күп тапҡырҙар был сараның тотош Рәсәй өсөн дә, айырым Башҡортостан өсөн дә мөһим булыуына республика халҡының иғтибарын йүнәлтте. Төбәктә иҫәп алыу күтәргән һорауҙарҙы өйрәнеү менән бәйле хәлде белмәй тороп, алға барыуы ҡыйын буласаҡ. Рөстәм Хәмитов, халыҡ иҫәбен алыуҙы артыҡ сәйәсиләштерергә кәрәкмәй, тип иҫәпләй. Был тик техник процесс, уға Рәсәйҙең һәр гражданы аңлап ҡарарға тейеш.