5 декабрь, Дүшәмбе

10 октябрь 2010 йыл, 16:01

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан аграрийҙарын Ауыл хужалығы эшсәндәре көнө менән ҡотланы

автор: "Башинформ"

Агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре октябрҙең икенсе йәкшәмбеһендә Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләй. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың ауыл хужалығы эшсәндәрен һәм хеҙмәткәрҙәрен быйыл 10 октябргә тура килгән һөнәри байрамдары менән ҡотланы.  

Үҙенең ҡотлауында республика башлығы, Башҡортостанда агросәнәғәт комплексы йола булараҡ иҡтисадтың стратегик мөһим секторҙарының береһе булып тора, тип билдәләне.

“Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәтенең хөрмәтле хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары! Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ихлас ҡотлайым.

Республика халҡының 40 проценттан ашыуы ауылда йәшәй һәм эшләй. Бөтә Башҡортостан халҡының мул тормошо күп йәһәттән тап һеҙҙең һөҙөмтәле эшкә, башланғысҡа һәм булдыҡлылыҡҡа туранан-тура бәйле.

Быйылғы йәй бик ҡатмарлы булды. Уңыш йыйып алғандан һуң да һеҙ ял итә алмаясаҡһығыҙ. Хәҙер орлоҡ фондын һәм малсылыҡтың аҙыҡ базаһын әүҙем нығытырға кәрәк. Ауыл хужалығы техникаһы паркын яңыртыуҙы, үҫемлекселек һәм малсылыҡтың заманса технологияларын, тармаҡҡа идара итеүҙең яңы формаларын индереүҙе дауам итеү мөһим. Был беҙгә ҡоролоҡло йәй эҙемтәләрен еңеп сығырға мөмкинлек бирәсәк, ауыл хужалығының конкуренцияға һәләтен көсәйтергә ярҙам итәсәк.

Намыҫлы хеҙмәтегеҙ өсөн һеҙгә тәрән рәхмәт белдерәм. Артабан да һеҙҙең профессионализм һәм тәжрибә аграр сектор алдында торған яуаплы бурыстарҙы уңышлы хәл итергә булышлыҡ итер, тип өмөт итәм”.

Һүҙен йомғаҡлап, Рөстәм Хәмитов ауыл эшсәндәренә һәм уларҙың яҡындарына ныҡлы һаулыҡ һәм именлек, еңел булмаған хеҙмәттәрендә уңыштар теләне.