8 декабрь, Кесе йома

14 октябрь 2010 йыл, 9:22

«Рәсәй тимер юлдары» йәмғиәте Өфө тимер юл вокзалын ваҡытында тапшырырға вәғәҙә итте

автор: "Башинформ"

Мәскәүҙә «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә Өфө тимер юл вокзалының беренсе комплексын төҙөү буйынса эш кәңәшмәһе үткәрҙе. Ултырышты «Рәсәй тимер юлдары» йәмғиәтенең Тимер юл вокзалдары дирекцияһы начальнигы Сергей Абрамов алып барҙы. Кәңәшмәлә ҡатнашҡан Башҡортостан Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Хәлит Мәхмүдов әйтеүенсә, «Рәсәй тимер юлдары» етәкселеге Өфө тимер юл вокзалының беренсе комплексын файҙаланыуға тапшырыу буйынса элек ҡабул иткән йөкләмәләрҙе раҫланы.  

Кәңәшмә йомғаҡтары буйынса протокол ҡабул ителде, яҡтарҙың яуаплы башҡарыусылары һәм беренсе сафҡа индереләсәк комплекс төҙөлөшө буйынса тәғәйен эш төрҙәре билдәләнде.  

Өфө тимер вокзалын реконструкциялау 2006 йылдың майында башланғайны. Төп эштәр 2007 йыл аҙағына тамамланырға тейеш ине. Әммә «Рәсәй тимер юлдары» йәмғиәте яғынан финанслау яғынан проблемалар арҡаһында объектты тапшырыу сроктары оҙаҡҡа һуҙылды һәм пассажирҙар өсөн әле булһа бер ниндәй уңайлылыҡтар булдырылмаған.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, быйыл августа вокзалды ҡарап сығып, был проблеманы хәл итеү өсөн бөтә кәрәкле сараларҙы күрергә, тигән бурыс ҡуйҙы, тип хәбәр итә БР Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте.