7 декабрь, Шаршамбы

13 октябрь 2010 йыл, 17:08

Башҡортостанда көҙгө-ҡышҡы һунар миҙгеле асылды

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов бойороғо менән республикала һунар миҙгеле асылды һәм 2011 йылдың 1 авгусына ҡәҙәр һунар ресурстарын аулауға лимит раҫланды.  

Республиканың барлыҡ территорияһында, федераль әһәмиәттәге айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләренән тыш, һунарсылыҡ, һәүәҫкәр һәм спорт һунары, ғилми-тикшеренеү һәм мәғариф эшмәкәрлеген алып барыу һәм һунар ресурстары иҫәбен көйләү маҡсатындағы һунар рөхсәт ителде.

Шулай уҡ Башҡортостан Президенты бойороғо менән республика биләмәһендә һунар ресурстарын аулауға лимит һәм квоталар раҫланды, тип хәбәр итә төбәк башлығының матбуғат хеҙмәте.

темалар: БР Президенты