8 декабрь, Кесе йома

13 октябрь 2010 йыл, 16:04

Рөстәм Хәмитов Ирәмәл тауын Милли тәбиғәт паркы итеп иғлан итергә бойорҙо

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Ирәмәл тауының үҙенсәлекле тәбиғәтен һәм боронғо күркәмлеген һаҡлап ҡалыу маҡсатында республиканың Учалы һәм Белорет райондары территорияһында Милли парк ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул итте.

— Ирәмәл тауы урынында кисекмәҫтән Милли тәбиғәт паркы ойошторорға кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов. – Быға аҡса 2011 йыл бюджетында планлаштырылған да инде.

Учалы һәм Белорет райондары хакимиәт башлыҡтарына «Ирәмәл» Милли паркын ойоштороу буйынса саралар планы әҙерләргә йөкмәтелде, тип хәбәр итә республика башлығының матбуғат хеҙмәте.

темалар: БР Президенты