9 декабрь, Йома

13 октябрь 2010 йыл, 15:36

Епшек ҡар яуыуы көтөлә

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Кесе йома, 14 октябрҙә, Башҡортостанда епшек ҡар яуыуы көтөлә. Был турала “Башгидромет” үҙәгенең баш синоптигы Анна Козаева хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, 14 октябргә ҡарата төндә республикала һалҡын фронт үтәсәк.

— Был Башҡортостандың таулы һәм төньяҡ райондарында боҙлауыҡ булыуына килтерәсәк, — тине ул. – Шулай уҡ был урындарҙа ҡар яуыуы арҡаһында күренеүсәнлек насараясаҡ. Яҡындағы көндәрҙә һауа температураһы ике-өс градусҡа кәмерәк буласаҡ. Төндә нулдән минус биш градусҡа тиклем төшөүе көтөлә. Көндөҙ – ике градус һыуыҡтан өс градус йылыға тиклем. Яуым-төшөм булыуы ихтимал.

Бындай һауа торошо аҙна аҙағына тиклем күҙәтеләсәк. Һуңынан аҡрынлап яуым-төшөм кәмейәсәк һәм һауа температураһы төшәсәк.  

темалар: һауа торошо