Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Йәш журналистар өсөн конкурс иғлан ителде

Йәмғиәт

Вагит Алекперовтың «Беҙҙең киләсәк» төбәк социаль программалар фонды «Социаль эшҡыуарлыҡ тураһында иң яҡшы мәҡәлә» йәш журналистар эштәре конкурсы башланыуы хаҡында иғлан итте. «Беҙҙең киләсәк» — Рәсәйҙә социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереүсе тәүге Фонд.

Конкурс Рәсәйҙә социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереү темаһына журналистар берләшмәһенең иғтибарын йәлеп итеү өсөн һәләтле йәш журналистарҙы эҙләп табыуға һәм ярҙам итеүгә йүнәлеш тота. Конкурс йомғаҡтары буйынса социаль эшҡыуарлыҡ тураһында иң яҡшы мәҡәлә иғлан ителәсәк. Автор-еңеүсе төп приз – НОУТБУК аласаҡ!

Конкурста ҡатнашыусы булыу өсөн article@nbfund.ru электрон адресы буйынса рус телендә тематик мәҡәлә, авторҙың ҡыҫҡаса биографияһын (фамилияһы, исеме, атаһының исеме), белеме, киң мәғлүмәт сараһында эш тәжрибәһе тураһында мәғлүмәттәр, баҫманың баш мөхәррире рекомендацияһын, бәйләнеш мәғлүмәтен: телефон, адрес, e-mail, һәм Рәсәй паспортының беренсе бите күсермәһен ебәрергә кәрәк.

Конкурста Рәсәй Федерацияһында йәшәүсе, 35 йәше тулмаған, юғары йәки тулы булмаған юғары белемле, кәмендә бер йыл теркәлгән киң мәғлүмәт сараһында эшләүсе һәр граждан ҡатнаша ала.  

Теги: конкурс
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть