4 декабрь, Йәкшәмбе

13 октябрь 2010 йыл, 12:18

Һуңғы ике йылда Өфөлә күсемһеҙ милек агентлыҡтары һаны кәмене

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

«Эксперт» күсемһеҙ милек агентлыҡтары селтәре Өфөләге күсемһеҙ милек агентлыҡтары һаны тураһында тикшеренеү үткәрҙе. Ҡалала 60-тан ашыу компания һәм шәхси эшҡыуар был өлкәлә профессиональ хеҙмәтләндереү күрһәтеүе асыҡланды. Бөтәһе 170-тән ашыу респонденттан һорау алынды. Уларҙың 108-е үҙ агентлығы һәм ҡайҙа урынлашыуы тураһында аныҡ мәғлүмәт бирмәне. Аналитиктар әйтеүенсә, был стационар офисы булмаған шәхси маклер эшләүен күрһәтә.  

Элек адрес базаһы күпкә киңерәк ине. Мәҫәлән, 2008 йыл аҙағында Өфөлә 300-ҙән ашыу агентлыҡ һәм маклер иҫәпләнгәйне.