5 декабрь, Дүшәмбе

13 октябрь 2010 йыл, 12:00

Өфө балалары республикалағы тиҫтерҙәренә ҡарағанда йышыраҡ ауырый

автор: Евгений Рәхимҡолов

Бөтә республикалағы балаларға ҡарағанда Өфө балалары дүрт процентҡа күберәк ауырый. Был турала ҡала хакимиәте башлығында үткән оператив кәңәшмәлә Роспотребнадзорҙың БР буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Нәсимә Күсимова хәбәр итте.  

Йышыраҡ ауырыуҙан тыш, бөтә йәш төркөмөндәге Өфө балалары умыртҡа бағанаһының кәкрәйеүенән дә йышыраҡ йонсой. 177 мең баланы үҙ эсенә алған профилактик тикшереү һөҙөмтәләре Өфөлә арҡаһы көмөрәйеүе күҙәтелгән балалар өлөшөнөң республика күрһәткестәренән бер ярым – ике тапҡырға күберәк булыуын күрһәткән. Шул уҡ мәлдә бығаса уҡыусыларҙа ғына була торған был ауырыу бәләкәй балалар араһында ла киң тарала. Һуңғы ике йылда тән торошо боҙолған балалар иҫәбе Өфөлә 3,5 тапҡырға артҡан.