Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфө – хәүефле территория

Йәмғиәт

2009 йылғы экологик мониторинг йомғаҡтары буйынса Өфө Рәсәй Федерацияһындағы хәүефле территорияларға ҡарай. Мәҫәлән, Өфө атмосфераһында этилбензол буйынса рөхсәт ителгән концентрация биш тапҡырға артығыраҡ булыуы билдәләнде. Өфөлә атмосфера һауаһының торошо буйынса иң “бысрағы” – Орджоникидзе районы.

Был турала Экологик форумда сығыш яһаған БР баш санитар врачы урынбаҫары Нина Кондрова хәбәр итте.

Нина Кондрова шулай уҡ, халыҡтың дөйөм сирләүе 80 процентҡа атмосфера һауаһының бысраҡлығына бәйләнгән, тип хәбәр итте. Республика баш ҡалаһы һауаһында атмосфераны бысратыусы төрлө химик матдәләрҙең 400-ҙән ашыу атамаһы асыҡлана. Был сәнәғәт предприятиелары ташламаһы ла, автотранспорттан бүленеп сыҡҡан газдар ҙа эҙемтәһе.  

Республикала автомобилдәр һаны йыл һайын 5-7 процентҡа арта. Һәм атмосфера бысраныуының 60 проценты тап автотранспортҡа тура килә.

Атмосфераны бысратыу онкологик сирҙәр артыуына ла йоғонто яһай. Һуңғы тиҫтә йылда Өфөлә онкосирлеләр һаны 12 тапҡырға артты.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть