6 декабрь, Шишәмбе

13 октябрь 2010 йыл, 11:04

Йыл башынан алып Башҡортостан тимер юлсылары 21 миллион тоннанан ашыу йөк ташыған

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһендә йөк ташыуҙа юғары темп һаҡлана. Ағымдағы йылдың ғинуарынан сентябргә тиклем республика предприятиеларының 21,2 миллион тонна продукцияһы тейәлгән. Сентябрҙә тейәлгән йөк 2,3 миллион тоннанан ашып киткән.

Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе матбуғат секретары Рөстәм Ғөбәйҙуллиндың хәбәр итеүенсә, тейәлгән йөктөң төп өлөшөн, традиция булараҡ, яғыулыҡ-энергетика, химия һәм нефтехимия, машиналар эшләү комплексы продукцияһы тәшкил итә. Миҫал өсөн, ағымдағы йылдың туғыҙ айында 11,2 миллион тоннанан ашыу нефть һәм нефть продукттары ташылған. Төҙөлөш материалдары өлөшө лә ҙур, улар 2,6 миллион тонна тейәлгән, был пландың 100 процентын тәшкил итә. Йыл башынан алып аҙыҡ-түлек тауарҙарын ташыу ҙа артҡан. Мәҫәлән, шәкәр планға ҡарата 142 процент тейәлгән, ә иген – 164 процент!

Республика транспорт системаһында йөк әйләнешенең яртыһы тиерлек тимер юлсылар өлөшөнә тура килә. Әлеге ваҡытта республиканың төрлө милектәге биш мең ярым предприятиеһы магистраль хеҙмәттәре менән әүҙем файҙалана.

темалар: тимер юл