11 декабрь, Йәкшәмбе

13 октябрь 2010 йыл, 10:30

Көнбағыш өфөлөләр сәләмәтлеге өсөн иң зарарлы продукт тип танылған

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөлә һатылған көнбағыш химик күрһәткестәр буйынса иң бысраҡ продукт тип табылған. Был турала ҡала хакимиәте башлығында үткән оператив кәңәшмәлә  Роспотребнадзорҙың БР буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Нәсимә Күсимова хәбәр итте.

— 2009 йылда Өфөлә аҙыҡ-түлек сеймалының һәм продукттарының өс меңдән ашыу өлгөһө тикшерелде, — тине ул. – Шуларҙан физик-химик күрһәткестәр буйынса нормаларға 44 өлгөһө тап килмәне.  Көнбағыштан тыш иң бысранғандар иҫәбенә консервалар, балыҡ продукттары, он-ярма тауарҙары, балалар өсөн тәғәйенләнгән аҙыҡ-түлек продукттары, алкоголь эсемлектәр һәм һыра инде.  Балыҡ продукцияһы, традицион булмаған технология буйынса етештерелгән кулинар продукция һәм минераль һыу микробиологик күрһәткестәр буйынса ныҡ бысранғандар иҫәбенә ҡарай.