Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы көнө уңайынан тантаналы осрашыу үтте

Йәмғиәт

Мәскәүҙә, Башҡортостан Республикаһының Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә, Республика көнөн уңайынан тантаналы осрашыу үтте.

«Башинформ» агентлығына РФ Президенты ҡарамағындағы БР-ҙың Тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең ижтимағи-сәйәси бүлеге начальнигы Азат Ғәфүровтың хәбәр итеүенсә, осрашыуҙа тәбрикләү һүҙе менән БР-ҙың Тулы хоҡуҡлы вәкиле Салауат Ғүмәров сығыш яһаны. Ул, атап әйткәндә, былай тине:

— Бына 20 йыл инде беҙ төп милли байрамыбыҙ – Республика көнөн билдәләйбеҙ. Башҡортостан бөгөн – ҡеүәтле иҡтисади потенциалы булған төбәк һәм ул Рәсәй Федерацияһының иң уңышлы төбәктәре иҫәбендә. Беҙ бының менән ғорурланабыҙ. Әммә был ошоноң менән тынысланырға мөмкин булыуын аңлатмай.  Иҡтисад үҫешенең инновацион төрөнә күсеү – бөгөнгө көн талабы. Заманса технологиялар һәм фәнни эшләнмәләр республикабыҙ предприятиеларында ҡулланылырға тейеш. Һәм РФ Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы Вәкиллеге был мәсьәләне хәл итеүҙә әүҙем ҡатнаша.  

Абруйлы ҡунаҡтар араһында осрашыуҙа Рәсәй Президенты Хакимиәте, Федерация Советы, Дәүләт Думаһы, Мәскәү Хөкүмәте, РФ субъекттары вәкиллектәре вәкилдәре,  Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, башҡорттар яҡташтар клубы ағзалары булды.

Осрашыу дуҫтарса йылы мөхиттә үтте. Кисәлә Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Ишморат Илбәков, Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы Роза Хәбибуллина, Гнесиндар исемендәге Дәүләт музыкаль колледжы студенты Айтуған Ғәйзуллин сығыш яһаны.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть