11 декабрь, Йәкшәмбе

13 октябрь 2010 йыл, 9:27

Өфөлә йәштәрҙең шахмат Кубогы тамамланды

автор: Ирек Мөхәмәҙиев

Башҡортостандың баш ҡалаһында классик шахмат буйынса Өфөнөң беренсе асыҡ йәштәр Кубогы тамамланды.  

Ҡала шахмат федерацияһының башҡарма директоры Денис Малиндың хәбәр итеүенсә, ФИДЕ рейтингына иҫәп алып барылған үҫмерҙәр турнирында республика район һәм ҡалаларынан 34 призер — мәктәп уҡыусылары араһында Европа беренселеге, 1994 йылда тыуған һәм унан йәшерәктәр араһында үткәрелгән халыҡ-ара фестивалдәр еңеүселәре ҡатнашты.

Швейцар системаһы буйынса туғыҙ турҙа үткән турнир йомғаҡтары буйынса, Нефтекаманан спорт мастерлығына кандидат Фидан Ғәниев бронза миҙалға эйә булған. Икенсе урында — өфөлө, беренсе разрядлы Кәрим Ҡәйүмов, ә быйылдан башлап йыл һайын үткәреләсәк турнирҙың беренсе Кубогын Өфөнән Владислав Иванов алды.  Апалы-һеңлелеләр Дарья һәм Софья Кузьмичевалар (Өфө) үҙҙәренең йәш төркөмдәрендә ҡыҙҙар араһында иң яҡшы һөҙөмтәгә өлгәште.

темалар: шахмат