4 декабрь, Йәкшәмбе

13 октябрь 2010 йыл, 9:03

Рөстәм Хәмитовтың эшмәкәрлеге хаҡында Башҡортостан халҡынан һорау алыу үткәрелгән

автор: Наил Искәндәров

БР Фәндәр академияһының Ижтимағи-сәйәси һәм хоҡуҡи тикшеренеүҙәр институты 2010 йылдың октябрендә «Башҡортостан Республикаһының ижтимағи-сәйәси һәм иҡтисади үҫеше» тип аталған социаль тикшеренеү үткәргән. Уның һөҙөмтәләренә ярашлы, Башҡортостан халҡының күп өлөшө Рөстәм Хәмитовтың республика президенты вазифаһындағы тәүге аҙымдарын ыңғай баһалай.

БР Фәндәр академияһынан хәбәр итеүҙәренсә, «Башҡортостан Республикаһының яңы Президентының тәүге аҙымдарын, эш башлауын нисек баһалайһығыҙ?» тигән һорауға респонденттарҙың 76,6 проценты «ыңғай» яуап биргән. Шул уҡ мәлдә яуап биреүселәрҙең 1,9 проценты «кире» баһа ҡуйған. Социологик тикшеренеүҙә Башҡортостан ҡалалары һәм райондарынан 18-70 йәштәрҙәге 1000-дән ашыу кеше ҡатнашҡан.