4 декабрь, Йәкшәмбе

12 октябрь 2010 йыл, 17:16

Экологик форум үҙ эшен башланы

автор: Светлана Ғәфүрова | фото: Андрей Старостин

Өфөнөң Нефтселәр мәҙәниәт һарайында шишәмбе көнө Экологик форум асылды. Форум сиктәрендә «УралЭкология. Сәнәғәт хәүефһеҙлеге. Нефтехиминдустрия — 2010» ХV махсус күргәҙмәһе эшләй башланы.

Форумды ойоштороусылар — Башҡортостан Хөкүмәте, Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең БР буйынса идаралығы, Урал буйы экологик, технологик һәм атом күҙәтеүе идаралығы (Ростехнадзор), БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, «Лигас» Күргәҙмә үҙәге.

Экологик форумды асыуҙа БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Иҙел Шәйәхмәтов, Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең БР буйынса идаралығы етәксеһе Юрий Дудников, Урал буйы экологик, технологик һәм атом күҙәтеүе идаралығы етәксеһе Виктор Кульбицкий, БР буйынса баш санитар врач урынбаҫары Нина Кондрова сығыш яһаны.

Форумдың бөгөнгө программаһында – «Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә дәүләт сәйәсәте һәм тәбиғи ресурстарҙы рациональ файҙаланыу» ғилми-ғәмәли конференцияһы. Шаршамбы көнө атмосфера һауаһын һаҡлау, сүп-сарҙы эшкәртеү һәм тирә-яҡ мөхиткә йоғонто яһау буйынса семинарҙар үткәреләсәк. Шулай уҡ «Сәнәғәт предприятиеларының тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендәге проблемалары һәм уларҙы хәл итеү юлдары» түңәрәк өҫтәле үтәсәк.

Экологик форум 14 октябрҙә тамамлана.  

темалар: экология