8 декабрь, Кесе йома

13 октябрь 2010 йыл, 11:01

Башҡортостанда эшләүсе әсәләр өсөн иң яҡшы предприятие асыҡланасаҡ

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостанда «Эшләүсе әсәләр өсөн иң яҡшы предприятие» республика конкурсы иғлан ителде. «Башинформ» агентлығына БР Профсоюздар федерацияһының матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә,  уны ойоштороусылар булып БР Профсоюздар федерацияһы, республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, БР Эш биреүселәр союзы һәм БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы сығыш яһай. Конкурс барышында эшләүсе әсәләр өсөн иң яҡшы шарттар тыуҙырған предприятиелар асыҡланасаҡ.

Әлеге ваҡытта конкурста ҡатнашыуға ете предприятие заявка биргән.  Улар иҫәбендә «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Каустик» асыҡ акционерҙар йәмғиәте  һәм башҡа компаниялар бар.

Конкурсҡа ноябрҙә йомғаҡ  яһаласаҡ.