11 декабрь, Йәкшәмбе

12 октябрь 2010 йыл, 15:53

Хәйбулла районында агросәнәғәт комплексының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләнеләр

автор: Сергей Захаров

Хәйбулла районында Республика көнө, ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы, райондың 80 йыллыҡ юбилейы уңайынан тантаналар үтте.  

Район Мәҙәниәт йортонда ауыл биләмәләре башлыҡтары, предприятие етәкселәре, ауыл хужалығы алдынғылары, мәғариф, медицина, сауҙа вәкилдәре, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары йыйылды.  

Хакимиәт башлығы Ринат Бикбов райондың социаль-иҡтисади үҫешенә йыл аҙағына ҡарата яҡынса йомғаҡ яһаны, агросәнәғәт секторына баҫым яһап, артабанғы эштәрҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләне.

Иң яҡшы ауыл эшсәндәре үҙенең хеҙмәте өсөн Башҡортостан Хөкүмәтенең һәм Хәйбулла районы хакимиәтенең Маҡтау грамоталарына лайыҡ булды.