10 декабрь, Шәмбе

12 октябрь 2010 йыл, 15:06

Өфөлә йыл башынан 10,7 мең бала тыуҙы

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөлә тыуымдың арта барыуы күҙәтелә. Шишәмбе Өфө хакимиәтендәге кәңәшмәлә уның башлығы Павел Качкаев хәбәр итеүенсә, ғинуарҙан сентябргә тиклем Өфөлә 10,7 мең бала тыуған. Был былтырғы ошо уҡ осорҙан 7,6 процентҡа күберәк.  

— Яҡын араларҙа ҡалалағы демографик хәл яҡшырыуын дауам итәсәк, тип раҫларға мөмкин, — тине Павел Качкаев. – Яңы тыуған балаларҙы иҫәпкә алыуҙан тыш, буласаҡ әсәләрҙе лә иҫәпкә алалар. Йыл башынан алып уларҙың һаны меңгә артты, ә был, тыуым тағы ла артасаҡ, тигән һүҙ.  

Шул уҡ ваҡытта, Павел Качкаев әйтеүенсә, медиктарҙа һәм ҡала властарында Өфөлә уҙған йыл менән сағыштырғанда үлем 6,6 процентҡа артыу факты етди борсолоу тыуҙыра. Бында сиктән тыш эҫе йәй ҙә үҙ ролен уйнаны. Эҫелә йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан үлеүселәр һаны һиҙелерлек күбәйҙе.