11 декабрь, Йәкшәмбе

12 октябрь 2010 йыл, 13:43

Бәләбәй һөт комбинаты «Себер һөт сәнәғәте» конгресы Гран-прийын яуланы

автор: Ғәлиә Нәбиева

Барнаулда сентябрҙә уҙған «Себер һөт сәнәғәте» VII Махсус конгресында Бәләбәй һөт комбинатының сыр өсөн ҡоро эремсеге профессиональ һөт продукттары смотр-конкурсы Гран-прийын яулағайны.

Яңы эремсектең сифаты сираттағы тапҡыр раҫланды – «Алтын көҙ–2010» күргәҙмәһенең Алтын миҙалы.

Предприятиенан хәбәр итеүҙәренсә, был эремсекте комбинат 2010 йылдың июненән сығара. Йәй башында заманса нанофильтрация технологияларын ҡулланып, эремсек етештереү буйынса яңы линия файҙаланыуға тапшырыла, ул бөгөнгө көндә сыр етештереүҙең өҫтәмә продуктын утилләштереүҙең иң һөҙөмтәле ысулы булып тора.  

Алынған продукт ҡәҙимге ҡоро эремсектән, ҡоро һөт тәме кеүегерәк, шәрбәт тәм менән айырылып тора. Бөгөн үк ул юғары сифатлы продукт булараҡ баһалана, быны тәүге алынған наградалар ҙа раҫлай.